Ҡанат. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Әсәйеңә, тиҙәр, оҡшағанһың,
Ҡарт инәйҙәр, ҡарап йөҙөмә.
Ҡанаттарым минең - әсәйемдән,
Хаталарым иһә - үҙемдән.

Ҡан тамғанда талмаҫ ҡанатыңдан
Аһ та тимәҫ, әсәй, һин инең.
Тамашалап шуны йәшен түгер
Бер сабырһыҙ ҡыҙың - мин инем!

Ҡанаттарым минең көймәһен тип
Утҡа ингән, әсәй, һин инең,
Янһа яныр, һынап ҡарамайса
Киҫәү белмәҫ ҡыҙың - мин инем.

Оя һаҡлар инә ҡаҙҙай уяу
Һинме икән, әсәй, мин микән,
Сабыйымды ҡулға алған саҡта
Һинең һында, әсәй, мин икән.

Ҡанат осҡайымдан ҡандар тамһа
Балаҡайым түҙмәҫ, аһ тиһәм,
Ялҡындарға яуам ямғыр булып
Бәпкә генәм ҡанат ҡаҡты иһә.

Балаһына бары изге теләк,
Изге юрау - әсә һүҙендә.
...Ҙурлар ерем булһа - әсәйемдән,
Хурлар ерем булһа - үҙемдән.





1979